Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
15 Сентябрь 2021, 10:00

Башҡортостанда онкология буйынса яңы медицина учреждениелары арта

2021 йыл башынан “Сәләмәтлек” милли проекты сиктәрендә онкология профиле буйынса 20 ойошма лицензия алған, уларҙың өсәүһе -дәүләт, 17 -шәхси клиника.

Башҡортостанда онкология буйынса яңы медицина учреждениелары арта
Башҡортостанда онкология буйынса яңы медицина учреждениелары арта

- Дөйөм реестрҙа Башҡортостан Республикаһынан онкология профиле буйынса медицина эшмәкәрлеген бойомға ашырыуға лицензияһы булған барлығы 248 ойошма бар, шуларҙың 86- дәүләт, 160 шәхси һәм икәүһе башҡа милек формаһыныҡы. Шуларҙың20-һе реестрға быйыл индерелгән,- тип һөйләй БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялау бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.- 2020 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда онкология профиле буйынса лицензияны 14 ойошма алған.

Онкология йүнәлеше буйынса медицина ойошмаларының артыуы республика өсөн бик мөһим, сөнки Рәсәй Федерацияһының статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2021 йылдың тәүге ярты йыллығында онкологтар яман шеш табылған осраҡтар һанының артыуын билдәләй.

Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Фото:old.ultfoms.ru

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас: