Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
14 Сентябрь 2021, 08:00

Фёдоровка районының Новоселка ауылында "Үҫеш нөктәһе" үҙәге барлыҡҡа килде

"Мәғариф" милли проекты быйыл Новоселка ауылы мәктәбендә ике класҡа ремонт яһарға мөмкинселек биргән. Физика, химия һәм биология кабинеттарында матур ағас ишектәр, иҙәндә яңы линолеум барлыҡҡа килгән, стеналар тигеҙләнеп, буялған, шулай уҡ электр сымдары алыштырылған. Физика кабинетына пластик тәҙрәләр ҡуйылған.

Фёдоровка районының Новоселка ауылында "Үҫеш нөктәһе" үҙәге барлыҡҡа килде
Фёдоровка районының Новоселка ауылында "Үҫеш нөктәһе" үҙәге барлыҡҡа килде

Бөгөнгә күп функциялы ҡоролма, лего-конструктор, төрлө датчиктар, идара итеү модулдәре һәм двигателдәре ингән робототехника, "Физика", "Химия", "Биология" йүнәлештәре буйынса лаборатор һәм практик эштәр башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән һанлы лаборатория ҡайтарылған. Был лабораториялар өсөн программалы тәьминәт тә булдырылған. Яҡын арала уҡытыусылар өсөн ноутбуктар ҡайтарыласаҡ.

"Мәғариф" милли проектының "Һанлы мәғариф мөхите" төбәк проекты сиктәрендә Новоселка мәктәбе күп  функциялы ҡоролма алған, ә сентябрь аҙағында уҡыусылар өсөн 28 нетбук һәм уҡытыусы өсөн бер ноутбук ҡайтарыласаҡ.

Яңы технологиялар балаларға  киләсәктә кәрәгәсәк һөҙөмтәле белем алырға ярҙам итәсәк.

Елена Маганева.

Автор фотоһы.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас: