Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
14 Сентябрь , 10:00

Эшһеҙҙәр һаны кәмегән

Республиканың хеҙмәт баҙары пандемияға тиклем булған күрһәткестәргә әйләнеп ҡайтты. Халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрендә теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 34,4 мең тәшкил итә, был үткән йыл башындағыға ҡарағанда өс тапҡырға кәм.

Эшһеҙҙәр һаны кәмегән

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников әйтеүенсә, мәшғүл халыҡ һанын арттырыу буйынса комплекслы сараларҙы тормошҡа ашырыу хеҙмәт баҙарындағы хәлде тотороҡландырырға булышҡан. Айырыуса коронавирус таралыуы һөҙөмтәһендә эшһеҙ ҡалғандарға тәү сиратта ярҙам ҡулы һуҙырға тырышҡандар. Яңы эш урындары булдырыу менән бер рәттән элеккеләрен һаҡлап ҡалыу буйынса саралар күрелгән.

–Республика Рәсәй Президенты Владимир Путиндың  төбәктәр алдына ҡуйған бурысын үтәне – мәшғүл халыҡ һанын тергеҙҙе. 2021 йылдың 1 сентябренә 37 мең кеше эш урындары менән тәьмин ителде. Әле республикала 60,5 мең вакансия бар, күбеһе – эшсе һөнәәрҙәре, - тип белдерҙе министр урынбаҫары.– Ишембай районында бөгөн 926 вакансия бар, нигеҙҙә, эшселәр талап ителә. Хеҙмәт хаҡы йәшәү минимумынан юғары. ”Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проектына ярашлы, граждандарҙың айырым категориялары һөнәрҙәргә уҡытыла. 3143 кеше квотаға ярашлы яңы һөнәр аласаҡ. Улар иҫәбендә – декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙар, мәктәпкәсә йәштәге балалары булған әсәләр, пенсияға сығыу алдында торған хеҙмәткәрҙәр.

Владимир Путиндың “май” указына ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан» 

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

 

Автор: