Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
13 Сентябрь 2021, 08:00

Вакансиялар йәрминкәһе үтә

 Мәшғүллек үҙәктәрендәге вакансиялар йәрминкәһендә Ишембайҙағы ”Аркада” яңы тегеү фабрикаһына эшкә килергә йыйынған 400-ҙән ашыу кешене ҡабул иттеләр. Ҡырҡ кеше тегеү ҡорамалы операторына уҡырға ниәтен белдерҙе.

Вакансиялар йәрминкәһе үтә
Вакансиялар йәрминкәһе үтә

Ишембай ҡалаһында заманса тегеү предприятиеһын асыу октябрь айына планлаштырылған.  Эшселәрҙе әҙерләү йәй көнө үк башланғайны. Фабрикала яҡынса 800 кеше эшләйәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондары биләмәһендә “Алға” айырым иҡтисади зона барлыҡҡа килтерелде. Был проект инвестициялар йәлеп итергә, яңы эш урындары булдырырға, халыҡтың республиканан ситкә китеүен кәметергә булышасаҡ. Ишембайҙа ике еңел сәнәғәт фабрикаһы теркәлде лә инде. “Аркада” һәм “ЗаСпорт” предприятиелары эш һәм спорт кейемдәре етештерәсәк.

– Автоматлаштырылған фабрика йыл һайын 220 мең дананан ашыу продукция етештерергә тейеш. Әле беҙгә тегеү операторҙары, технологтар, ҡорамалдарҙы көйләүселәр, төргәктәргә һалыусылар, контролерҙар, йөк тейәүселәр, йыйыштырыусылар етешмәй. Үҙегеҙ йәшәгән урындағы Мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итегеҙ. Беҙ һеҙгә 25-30 мең һумлыҡ рәсми эш хаҡы, тотороҡло эш, тулы социаль пакет  һәм ял гарантиялайбыҙ, - тип белдерҙе видеоконференция барышында “Аркада” предприятиеһының генераль директоры Евгений Романов.

Әлеге ваҡытта, “Демография” милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллек” федераль проектына ярашлы, 134 эш эҙләүсе һөнәрҙе үҙләштерә.

“Демография” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала. Шуларҙың береһе – “Мәшғүллеккә ярҙам итеү” проекты. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Рәсәй Федерацияһында демографик сәйәсәтте тормошҡа ашырыу саралары тураһында”ғы  Указдың һигеҙ ҡарарын 2024 йылға үтәү бурысы тора.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас: