Мораҙым
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
13 Сентябрь 2021, 08:00

"Таҙа ил 2.0" беҙгә лә килә

Ошо көндәрҙә Федераль экологик оператор менән берлектә Мәскәүҙән  “Таҙа ил 2.0” автойөрөшө старт алды. Сара “Экология” милли проектына ярҙам булараҡ ойошторолған. Сүп-сар ташыусы машиналар колоннаһы өс мең километр самаһы араны үтәсәк һәм Волга буйы федераль округының төп ҡалаларына һуғыласаҡ.

"Таҙа ил 2.0" беҙгә лә килә
"Таҙа ил 2.0" беҙгә лә килә

Программала “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыуға арналған түңәрәк өҫтәлдәр планлаштырылған. Уның барышында беренсе һәм икенсе класлы ташландыҡтар менән эш итеүҙе иҫәпләү һәм контролдә тотоу буйынса федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы менән таныштырыу ҡаралған. Системаны Федераль экологик оператор булдырған һәм ташландыҡтарҙың бар тормош циклын күҙәтеүгә йүнәлтелгән – барлыҡҡа килеүенән алып икенсел тауарға эшкәрткәнсегә тиклем.

Маршрут “Мышылар утрауы” тип аталған милли парктан башланған. Бында коммуналь техника күргәҙмәһе ойошторолған һәм экохоккей буйынса ярыштар булған. Мәскәүҙән колонна Рәсәй ҡалалары буйлап китә. Кисә Владимир ҡалаһында тәүге экокөн үтте лә.

Ҡалаларҙа махсус техника күргәҙмәһе буласаҡ, улар барышында сүп-сар йыйыу һәм ташыу менән шөғөлләнгән яңы машиналар тураһында күп яңы нәмә белергә була. Ә балаларға был техниканың руле артында ултырыу мөмкинлеге лә биреләсәк.

“Таҙа ил 2.0” автойөрөшө 6-нан 29 сентябргә тиклем үтәсәк һәм 11 субъектҡа ҡағыласаҡ. Был Мәскәү, Владимир, Түбәнге Новгород, Саранск, Ульянов, Яр Саллы, Камбарка, Өфө, Силәбе һәм Екатеринбург ҡалалары. Өфөгә 24 сентябрҙә килеп етәсәктәр тип планлаштырыла. Һәр төбәктә ойоштороусылар күп төрлө саралар әҙерләгән.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: moyaokruga.ru

Автор:
Читайте нас: