Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
12 Сентябрь , 08:00

Ишембай районының Кинйәбулат ауылында “Ауылпиада” үтте

Байрам спорт флешмобы менән башланды. Артабан дүрт команда спорт ярыштарында ҡатнашты. Көйәрмәндәр һәм башҡа килеүселәр өсөн дә төрлө уйындар ойошторолдо. Тоҡ кейеп, көйәнтә менән, йомортҡа менән йүгереү, армрестлинг, дартс, уҡтан атыу һәм башҡа бик күп ярыштарҙа теләп ҡатнаштылар, тип хәбәр итә Ишембай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Ишембай районының Кинйәбулат ауылында “Ауылпиада” үтте

Спорт, берҙәмлек һәм дуҫлыҡ байрамы ауылда  беренсегә үтте. Ул “Мәҙәниәт” милли проекты һәм Сәләмәт оҙон ғүмерлек йылы сиктәрендә ойошторолдо.

Фото – Ишембай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор: