Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
12 Сентябрь , 08:00

Дәүләт эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итә

Быйыл "Агростартап” конкурсында еңеүселәр иҫәбендә Ишембай районының Маҡар ауылынан умартасы Риф Бохаров та бар.

Дәүләт эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итә

Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, ”Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау” төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Ул “Агростартап” программаһын үҙ эсенә ала. Шулай уҡ ауыл хужалығы кооперативтарының сығымын субсидиялау ҙа ҡарала.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл "Агростартап” конкурсында еңеүселәр иҫәбендә Ишембай районының Маҡар ауылынан умартасы Риф Бохаров та бар. Ул стратегик маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн 1 миллион 940 мең һумлыҡ инвестиция йәлеп иткән, шуның 1 миллион 746 мең һумы – грант аҡсаһы, 194 мең һумы – эшҡыуарҙыҡы. Был аҡсаны Риф Бохаров умарта, күс, инкубатор, тағылма-платформа, рекристаллизаторҙар, быу генераторҙары һәм бал етештереүҙе арттырыу, умартасының хеҙмәтен еңеләйтеү, дөйөм һөҙөмтәлелекте үҫтереү мөмкинлеген биргән башҡа ҡорамалдар һатып алыуға тотонорға ниәтләй.

Эшҡыуар әйтеүенсә, йүнселдәргә ярҙам саралары республикала умартасылыҡты артабан үҫтереүгә, бал етештереү менән шөғөлләнгән фермерҙар һанын арттырыуға булышлыҡ итәсәк.

Фото: https://agriculture.bashkortostan.ru/presscenter/news/393016

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/148938

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор: