Мораҙым
+16 °С
Ясно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
10 Сентября 2021, 03:00

Бәләбәй районы пенсионерҙары “Оҙон ғүмерлеккә өҫтөнлөк: һыуҙа ла, паркетта ла бейейбеҙ” проектында ҡатнаша

Проектта ҡатнашҡан  30 пенсионер – “АктивЛеди” клубы ағзаһы, тип хәбәр итә Бәләбәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Проект етәксеһе Светлана Камалетдинова әйтеүенсә, ҡатнашыусыларҙы оҙон ғүмерлеккә табан әүҙем юл көтә. Улар бейеү сәнғәтенең төрҙәрен өйрәнәсәк.

Бәләбәй районы пенсионерҙары “Оҙон ғүмерлеккә өҫтөнлөк: һыуҙа ла, паркетта ла бейейбеҙ” проектында ҡатнашаБәләбәй районы пенсионерҙары “Оҙон ғүмерлеккә өҫтөнлөк: һыуҙа ла, паркетта ла бейейбеҙ” проектында ҡатнаша
Бәләбәй районы пенсионерҙары “Оҙон ғүмерлеккә өҫтөнлөк: һыуҙа ла, паркетта ла бейейбеҙ” проектында ҡатнаша

“Чемпион” ойошмаһы тренер-инструкторы Светлана Чугункина етәкселегендә пенсионерҙар, ике төркөмгә бүленеп, аҙнаһына өс тапҡыр шөғөлләнә. Дәрестәрҙең икеһе – спорт залында, береһе бассейнда үтә. “Оло кешеләргә бейеү, бер яҡтан, ҡәнәғәтлек килтерһә, икенсе яҡтан сәләмәтлекте нығыта”, – ти тренер.

Бейеү оло йәштәгеләрҙең физик әүҙемлеген арттырыр, һаулығын нығытыр, ауырыуҙарҙы иҫкәртер, тип көтөлә.

Проект “Демография” милли проекты сиктәрендә Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Фото –  Бәләбәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас