

Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев бөгөнгө көндә Башҡортостан Республикаһында төбәк һәм муниципаль юлдарҙа «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проектының күрһәткестәренең 56 процентҡа етеүен билдәләне. 34 объект тамамланып сафҡа индерелгән, уларҙың күпселеге ваҡытынан алда тапшырылған.
«Милли проект буйынса эштәр планын төҙөгәндә социаль әһәмиәтле объекттар: медицина учреждениелары, мәктәптәр, балалар баҡсалары, башҡа уҡыу һәм күңел асыу учреждениеларына алып барған юлдарға, шулай уҡ туристик маршруттарға айырым иғтибар бирелә», - тип билдәләй Александр Булушев.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://transport.bashkortostan.ru/