Мораҙым
+17 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
4 Сентября 2021, 03:00

Икмәк бешерергә йыйына

Яңауыл районы хакимиәтендә сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашҡан Вилдан Нурисламов икмәк бешерергә йыйына.

Икмәк бешерергә йыйынаИкмәк бешерергә йыйына
Икмәк бешерергә йыйына

Икмәкхананы эшҡыуар үҙенең тыуған Юғары Сат ауылында төҙөргә уйлай.

“Һәр етештереү эшмәкәрлеге ер участкаһы, бина һайлауҙан башлана. Эшҡыуарҙар һәм үҙ эшен асырға теләгәндәр ошондай һорауҙар менән йыш мөрәжәғәт итә. Мәсьәләне сисеүҙең төрлө варианттарын ҡарайбыҙ”, – ти Яңауыл районы бизнес-шерифы Фәйрүзә Ғәниева.

Район етәкселеге аҙна һайын инициативалы граждандар һәм эшҡыуарҙар менән осраша. Был осрашыуҙар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторола, тип хәбәр итә Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Йыл башынан алып “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәрендә 30 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты ҡатнашҡан. Эш башлаусылар һәм тәжрибәле бизнесмендар идеялары, фекерҙәре менән бүлешә, үҙ ҡалаһы һәм районы өсөн яңылыҡтар индерә.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыу өсөн БР бизнес һәм инвестиция өлкәһендә берҙәм порталда ошо һылтанма буйынса яҙылырға мөмкин: investrb.ru.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас