Мораҙым
+25 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
3 Сентября 2021, 05:00

Өфөлә “Тәүге уҡытыусыға” скверы асылды

Сквер ике мең квадрат метрҙы биләй. Уны йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар, уңайлы эскәмйәләр, үҙенсәлекле яҡтыртҡыстар, ағастар биҙәй. Тиҙҙән унда уҡытыусыға арналған композиция урынлаштырыу күҙаллана. Ул Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Лиза Агадуллина инициативаһы менән булдырыла, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Өфөлә “Тәүге уҡытыусыға” скверы асылдыӨфөлә “Тәүге уҡытыусыға” скверы асылды
Өфөлә “Тәүге уҡытыусыға” скверы асылды

Мария Хөрмәтуллина Рихард Зорге урамында тәүге йорттар төҙөлгәнен дә иҫләй. “Ҡала көндән-көн матурлана. Әлеге сквер ҙа иҫ күркәм һәм уңайлы”, – ти ул.

Яңы йәмәғәт урыны “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә булдырылды.

Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан ҡыҙы»

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас