Мораҙым
+17 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
2 Сентября 2021, 03:00

Башҡортостандың йәш фермерҙары “Агрорусь” халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнаша

Башҡортостандың йәш фермерҙары Санкт-Петербургта ойошторолған “Агрорусь” халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнаша. 30-сы “Агрорусь” халыҡ-ара күргәҙмәһе 1 сентябрҙә асыла. Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары республика ауыл хужалығы тауарҙарынан коллектив стенд әҙерләгән.

Башҡортостандың йәш фермерҙары “Агрорусь” халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашаБашҡортостандың йәш фермерҙары “Агрорусь” халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнаша
Башҡортостандың йәш фермерҙары “Агрорусь” халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнаша

Йәш фермерҙар күргәҙмәлә үҙ тауарҙарын һәм хеҙмәттәрен Рәсәй төбәктәренә танытыу, төбәк-ара бәйләнештәр булдырыу, республикала етештерелгән продукцияны популярлаштырыу маҡсатында ҡатнаша, тип хәбәр итә БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә үтә.

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан ҡыҙы»

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас