

Иң юғары уңышты Ҡырмыҫҡалы игенселәре йыя: унда уратса уңыш гектарынан 24, 9 центнер тәшкил итә. Ураҡ кампнаияһы йомғаҡтары буйынса ике миллоион тоннанан ашыу уңыш йыйып алыу көтөлә, былтыр был һан 4 миллион тонна булғайны.
Майлы культуралар уңышын йыйыу ҙа дәррәү бара. Рапс, гәрсис, соя, көнбағыш, етен культураларын урып-һуғыу 39 районда, шул иҫәптән Әбйәлил дә лә уңышлы бара.Тик был культураларҙың уңышы көтөлгәндән кәмерәк. Шулай ҙа республика “Ауыл хужалығы продукцияһын экспертлау” милли проектын бойомға ашырыу ниәтендә иген, шулай уҡ майлы культураларҙы сит илдәргә һатырға ла планлаштыра.