Мораҙым
+20 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
29 Августа 2021, 03:00

Урмандарҙа авиация патруле дауам итә

БР Урман хужалығы министрлығы "Урмандарҙы һаҡлау" ("Экология" милли проекты) федераль проекты сиктәрендә һәм урман фонды ерҙәрендә янғын сығыу осраҡтарын оператив рәүештә асыҡлау өсөн ғәҙәттән тыш янғын хәүефһеҙлегенә бәйле сираттағы авиация патруле ойошторҙо.

Добавить в предпочтительные источники Google
Урмандарҙа авиация патруле дауам итәУрмандарҙа авиация патруле дауам итә
Урмандарҙа авиация патруле дауам итә

БР Урман хужалығы министрлығы "Урмандарҙы һаҡлау" ("Экология" милли проекты) федераль проекты сиктәрендә һәм урман фонды ерҙәрендә янғын сығыу осраҡтарын оператив рәүештә асыҡлау өсөн ғәҙәттән тыш янғын хәүефһеҙлегенә бәйле сираттағы авиация патруле ойошторҙо.

- Был көндәрҙә һауа разведкаһы республиканың көньяҡ-көнсығышындағы үтеп кереүе ҡыйын булған таулы урындарҙа үткәрелә, осоштоң төп маҡсаты - ут таралыуының йүнәлештәрен , майҙандарын билдәләү, - тип хәбәр итте республиканың урман янғындары үҙәгенең осоусы-күҙәтеүсеһе Урал Риянов.- Һауа разведкаһы Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура райондары территорияларында ғәмәлдәге янғын сығанаҡтарына юлдарҙы һәм алымдарҙы һөҙөмтәле билдәләргә мөмкинселек бирә. Мәҫәлән, 23 августа һауа разведкаһы ваҡытында Мулдаҡай участка  урмансылығы территорияһында янғын сығыу осрағы асыҡланды.

Республика территорияһында янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә булыуын дауам итә. Янғындарҙың төп сәбәптәре - халыҡтың ут менән һаҡһыҙ ҡулланыуы, уттың башҡа территорияларҙан күсеүе. Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығ ҡаралған.

Урман янғыны йәки урман массивтары янында янғын булған осраҡта урман һағының берҙәм телефонына: 8 (800)-100-94-00 йәки БР Урман хужалығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә: 8-347-218-14-14 шылтыратырға.

Сығанаҡ: БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас