

2021 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостандың 262 ауыл-ҡасабаһында йорттарға интернет үтәсәк.
23 августта уҙған кәңәшмәлә йорттарға юғары тиҙлекле интернет үткәреү хаҡында ла һүҙ булды. Республиканың цифрлы үҫеше министры Геннадий Разумикин әйтеүенсә, “Уңайлы интернет” проекты сиктәрендә операторҙар үҙҙәре иҫәбенә инфраструктура төҙөйәсәк, ә республика был сығымдарҙың илле процентына саҡлы сумманы ҡаплатыуҙы үҙ өҫтөнә ала.
Был Рәсәй өсөн күләм йәһәтенән дә, финанс ярҙам күрһәтеү йәһәтенән дә уникаль проект булып тора. 262 бәләмәлә 40000 өйгә юғары тиҙлекле интернет үткәрелә, тимәк, 100 000 кеше интернетлы буласаҡ, тигән һүҙ был.
2021 йылдың 20 авгусына 12 меңдән ашыу йортҡа интернет үткәрелгән. Йыл аҙағына илле процент халыҡты интернетлы итәсәкбеҙ, ти Геннадий Разумикин.
Сығанаҡ: shonkar.com