Мораҙым
+11 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
21 Августа 2021, 05:00

Хаҡлы ялға алдан сығыу мөмкинлеге бар

Медицина хеҙмәткәрҙәре ауыл ерендә йәки ҡала тибындағы ҡасабала һөнәре буйынса 25 йыл эш стажына эйә булғанда законға ярашлы,ҡартлыҡ буйынса пенсияға алдан сығырға хоҡуҡлы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хаҡлы ялға алдан сығыу мөмкинлеге барХаҡлы ялға алдан сығыу мөмкинлеге бар
Хаҡлы ялға алдан сығыу мөмкинлеге бар

Ҡала ерендә эшләгәндәр  30 йыл стаж менән  шулай уҡ алдан пенсияға сыға ала. Рәсәй пенсия фонды идаралығы белдереүенсә, 2020 йылдың 1 ғинуарынан 30 сентябргә тиклем айырым категориялы медицина хеҙмәткәрҙәре яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыусы йәки  ошо ауырыуға  шикле пациенттарға медицина ярҙамы күрһәткән эш осоро  льготалы(ташламалы) осор итеп иҫәпләнәсәк. Йәғни, бер эш көнө ике көн булып иҫәпләнә. Аныҡланыуынса, бындай стажға медицина хеҙмәткәренең ауырыу буйынса йәки декрет, отпуск осорҙары, шулай уҡ аҙнаның  ял көндәренә тура килгән эш ваҡыты тулыһынса иҫәпкә алынасаҡ.

Фото: myslo.ru

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас