

Контракт моделде хеҙмәтләндереү шарттарында төҙөлгән. Эшкә һәләтле комплекстар контракттың барлыҡ осорона тигеҙ түләүҙәр менән тормошҡа ашырыласаҡ, ә ҡуртым ваҡыты үткәс, республика милегенә бушлай тапшырыласаҡ.
– Магистралдарҙа авариялар һанын кәметеү – Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Әле 1015 – автомат, 946 – стационар, 63 – күсмә һәм алты мобиль фотовидеотеркәү комплексы юлдарҙағы хәлдәрҙе күҙәтергә ярҙам итә. Үлсәү ҡорамалдары ярҙамында водителдәрҙең йөрөү мәҙәниәте арта һәм авариялар кәмей бара. Былтыр августан камералар ҡуйылған урындарҙа юл-транспорт ваҡиғалары һаны – 4,1 процентҡа, йәрәхәт алыусылар һаны алты процентҡа кәмене, – тип белдерҙе Башҡортостандың Транспорт дирекцияһы етәксеһе Мансаф Низаҡаев.
Фотовидеотеркәү комплекстары йылдам хәрәкәт күҙәтелгән һәм авариялар күп теркәлгән юл участкаларында ҡуйыласаҡ. Төп өлөшө – 310 – тиҙлек режимын күҙәтеү, 170 – йәйәүлеләр үткәүелдәрендә, 18 – көйләнгән юл саттарында, ике комплекс туҡтау һәм туҡталҡа ҡағиҙәләре үтәлешен тикшереү өсөн.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендәге проекты Башҡортостанда “Ростелеком” компанияһы тарафынан тормошҡа ашырыла. Алдағы ике йылда фотовидеотеркәү комплексы төбәктең 62 муниципалитетында ҡуйылған.
Барлыҡ был саралар республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын бойомға ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: БР Хөкүмәтенең рәсми сайтынан.
Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»
ФОТО: carsweek.ru
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан