Мораҙым
+16 °С
Ясно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
17 Августа 2021, 03:00

Тиҙҙән сифатлы ғына һыу эсәсәкбеҙ

Стәрлетамаҡта эсәр һыу сифатын яҡшыртыу өлкәһендә «Экология» милли проекты буйынса планлаштырылған эштәр тамамланып килә.

Тиҙҙән сифатлы ғына һыу эсәсәкбеҙТиҙҙән сифатлы ғына һыу эсәсәкбеҙ
Тиҙҙән сифатлы ғына һыу эсәсәкбеҙ

«Таҙа һыу» проекты сиктәрендә эсәр һыуҙы таҙартыу өсөн мембраналы система ҡорола. Яңыса таҙартыу алымы яҙғы ташҡында һәм күпләп ямғыр яуған осорҙа барлыҡҡа килгән болғансыҡты бөтөрөргә ярҙам итәсәк. 

2020 йылда ремонт эштәре һәм махсус торбалар урынлаштырылғайны. Әлеге ваҡытта ҡорамалдар аҫтына майҙансыҡтарҙы нығытыу эштәре тамамланып килә. - Оҙаҡламай крандарҙан таҙа сифатлы һыу эсә башлаясаҡбыҙ. Хатта өҫтәмә фильтрлау ҙа кәрәкмәйәсәк , - тине торлаҡ-коммуналь һорауҙар буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары Ильдар Ғәрифуллин. 

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас