Мораҙым
+19 °С
Ясно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
11 Августа 2021, 03:00

Саҡмағош районында алты модулле фельдшер-акушер пункты төҙөү ҡарала

Ай дауамында Тайнаш, Имәнлеҡул, Ҡарғалы, Ҡашҡар, Иҫке Үҙмәш ауылдарында ла фельдшер-акушерлыҡпункттары барлыҡҡа килеүе көтөлә, тип белдерә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Саҡмағош районында алты модулле фельдшер-акушер пункты төҙөү ҡаралаСаҡмағош районында алты модулле фельдшер-акушер пункты төҙөү ҡарала
Саҡмағош районында алты модулле фельдшер-акушер пункты төҙөү ҡарала

Бер медицина ойошмаһының майҙаны 68,4 квадрат метр тәшкил итә. Ҡалмашбашта 600 кеше хеҙмәтләндерелә.

– ФАП төҙөгәндә заманса технологиялар ҡулланыла. Шуға ла ул бер нисә көндә һалына. Шулай уҡ учреждениеның эргәһен төҙөкләндереү ҙә ҡарала. Бында автомобиль ҡуйыу, килеп туҡтау урындары ла булыр, тип көтөлә, – ти Саҡмағош  үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алина Латипова.

Алты ФАП өсөн федераль бюджеттан 19,2 миллион һум аҡса тотоноу ҡаралған. Фельдшер-акушер пункттары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлә.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас