Мораҙым
+10 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
10 Августа 2021, 04:00

Мәҙәниәт йорто тулыһынса яңыртыла

Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә, Ағиҙел ҡалаһының “Иҙел” ҡала мәҙәниәт һарайы тулыһынса яңыртыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәҙәниәт йорто тулыһынса яңыртылаМәҙәниәт йорто тулыһынса яңыртыла
Мәҙәниәт йорто тулыһынса яңыртыла

Бина 1993 йылдан алып эшләй, ул ике заллы кинотеатр булараҡ төҙөлгән, шуға күрә бында бейеү, йыр, театр түңәрәктәре өсөн урындар ҡаралмаған. Шулай уҡ гардероб, душ, грим бүлмәләре, тауыш яҙҙырыу студияһы ла юҡ. Ремонттан һуң “Иҙел”дә ғаилә менән ял итеү бүлмәһе, медицина кабинеты, кафетерий булдырыла.

Ижади коллективтарға уңайлы шарттар булдырыу маҡсаты менән өс ҡатлы өҫтәлмә бина ла төҙөлә.

Быларҙан тыш, мәҙәниәт һарайында, кәрниздә һәм бинаның ҡыйығында тулыһынса ремонт эштәре планлаштырылған.

Фото һәм материал https://srk.nationalpriority.ru сайтынан алынды. 

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас