Мораҙым
+24 °С
Дождь
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
9 Августа 2021, 03:00

Мораҡ ауылында “Урындағы, сифатлы, үҙебеҙҙеке” йәрминкәһе үтте

Күгәрсен районының Мораҡ ауылында “Урындағы, сифатлы, үҙебеҙҙеке” йәрминкәһе үтте. Сараны Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойошторҙо. Әйткәндәй, палата халыҡ етештереүселәр хаҡы буйынса тауар һатып алыу мөмкинлеген тыуҙырыу маҡсатында аҙна һайын республиканың биш-алты районында ошондай йәрминкәләр уҙғарып килә.

Мораҡ ауылында “Урындағы, сифатлы, үҙебеҙҙеке” йәрминкәһе үттеМораҡ ауылында “Урындағы, сифатлы, үҙебеҙҙеке” йәрминкәһе үтте
Мораҡ ауылында “Урындағы, сифатлы, үҙебеҙҙеке” йәрминкәһе үтте

“Райондың фермерҙары ла үҙҙәре етештергән тауарҙарҙы ҡуйҙы. Күгәрсендәр йәшелсә-емеште уңайлы хаҡтарға һатып алыу менән генә сикләнмәне, шулай уҡ юридик ярҙам да алды”, – тип уртаҡлашты район хакимиәтенең белгесе Регина Тоҡомбәтова.

“Урындағы, сифатлы, үҙебеҙҙеке” проекты 35 муниципалитетты үҙ эсенә алған. Ул республиканың ауыл хужалығы етештереүселәренә тауарҙарын һатыуҙа ярҙам итеү һәм халыҡҡа түбән хаҡтар менән әйбер алыу мөмкинлеген тыуҙырыу маҡсатында уҙғарыла. Бындай йәрминкәләр июль аҙағында Әлшәй һәм Ғафури райондарында ойошторолдо, был аҙнала Тәтешле, Илеш, Баҡалы, Кушнаренко һәм Күгәрсен райондарында үтте. Һуңғыһы 15 сентябрҙә Өфөлә уҙасаҡ. Йәрминкә ваҡытында халыҡҡа юридик ярҙам күрһәтелә, балалар һәм йәштәр майҙансыҡтары эшләй.

Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектын бойомға ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото: рәсми сығанаҡтан.

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас