

Яңы ҡорамалға хәүефһеҙлек, аҙ нурландырыу көсөргәнеше хас, ул тикшеренеү һөҙөмтәһен анализлау өсөе заманса программалар менән тәьмин ителгән.
“Комплекс пациенттарҙы баҫҡан килеш, ултырып һәм ятҡырып рентген тикшереүе үткәреү өсөн тәғәйенләнгән – ти медицина учреждениеһының баш табибы Рәмил Ғизетдинов.
Был аппарат тиҙ һәм еңел генә юғары сифатлы диагностика һүрәтен алыу мөмкинлеге бирә. Һүрәттәр электрон рәүештә һаҡлана, был иһә табипҡа ла динамикала сағыштырып ҡарау өсөн уңайлы.
Фото: yandex.ru.
Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»