Мораҙым
+28 °С
Дождь
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
1 Августа 2021, 07:54

Пластиктан яңы мебель яһаясаҡ

Сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәтендә Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов һәм уның урынбаҫарҙары ҡалала пластик эшкәртеү буйынса проектты тормошҡа ашырыу тураһында әңгәмә алып барҙы.

Пластиктан яңы мебель яһаясаҡПластиктан яңы мебель яһаясаҡ
Пластиктан яңы мебель яһаясаҡ

Проект авторы предприятиеның эшкәртелгән пластиктарҙан урам өсөн мебелдәр эшләүе тураһында һөйләп үтте. Был ойошма "Экология" һәм "Таҙа Рәсәй" милли проекты сиктәрендә эшләп килә.

Проекты апрель айында уҡ башланып, ошо ваҡыт арауығы эсендә 10 тоннанан ашыу пластик ҡалдыҡтары эшкәртелгән, Өфө ҡалаһындағы ике майҙан төҙөкләндерелгән.Предприятие Стәрлетамаҡ ойошмалары һәм төҙөүселәре менән хеҙмәттәшлек итә. Эшкәртелгән пластиктарҙан эскәмйәләр,урналар, декоратив вазалар эшләнә.

Киләсәктә эшҡыуар етештереү мөмкинлектәр киңәйтергә һәм беҙҙең ҡалала ла бындай предприятиены асырға планлаштыра.
Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашыусылар был проектты ҡыҙыҡлы һәм файҙалы тип тапты. Ҡаланың йорт һалыусыларына ошо продукцияны тәҡдим итергә вәғәҙәләне.

Яңылыҡ сығанағы: «Ашҡаҙар»

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас