Мораҙым
+20 °С
Дождь
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
31 Июля 2021, 03:00

Торналы ауыл мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт яһала

Салауат районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли  проектының “Мәҙәни мөхит”  төбәк проектына ярашлы, Торналы ауыл мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт яһала. Тиҙҙән мәҙәниәт усағы заманса талаптарға яуап бирәсәк.

Торналы ауыл мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт яһалаТорналы ауыл мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт яһала
Торналы ауыл мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт яһала

Әле бында һүтеү эштәре тамамланған, төҙөүселәр бинаның тышҡы стеналарын йылытыу менән шөғөлләнәләр. Иҫке тәҙрәләр өр-яңы евро тәҙрәләргә алмаштырылған. Санузелды төҙөкләндереү ахырына яҡынлаша. Ремонтты сентябрь аҙағынан тамамларға ниәтләйҙәр.

Мәғлүм булыуынса, “Мәҙәни мөхит” проектының маҡсаты – мәҙәниәт инфраструктураһын үҫтереү, халыҡтың мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәттәрҙән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу. Проект ауыл ерендәге мәҙәни-ял учреждениеларын төҙөкләндереүгә, яңыларын төҙөүгә йүнәлтелә.

Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/128287

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/128287

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Торналы ауыл мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт яһала
Торналы ауыл мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт яһала
Автор:
Читайте нас