Мораҙым
-4 °С
Ясно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
31 Июля 2021, 03:00

Махсус сайт-карта булдырылды

Рәсәйҙең Спорт министрлығы Токиола үткәрелгән XXXII йәйге олимпиада уйындарында ҡатнашҡан спортсыларыбыҙ хаҡында махсус сайт-карта булдырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Махсус сайт-карта булдырылдыМахсус сайт-карта булдырылды
Махсус сайт-карта булдырылды

Көйәрмәндәр Спортинфо.рф сайтында үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған спортсылар тураһында мәғлүмәттәр таба ала. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә булдырылған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Интерактив картала һәр төбәк махсус билдә менән билдәләнгән. Географик нөктәгә баҫһаң, һәр спортсының ҡайҙа тыуғаны, ҡайһы төбәк өсөн сығыш яһағаны һ.б. күренәсәк.

Спортсылар алдан махсус анкетаны тултырған, унда нисек шөғөлләнә башлауҙары, карьераларындағы ҡайһы еңеүҙе мөһим тип һанауҙары, күнекмәләрҙән, ярыштарҙан буш ваҡытта ни эшләүҙәре һ.б. хаҡында яҙған. Ошонда уҡ буласаҡ ярыштар, уларҙа кемдәр ҡатнашыуы тураһында мәғлүмәттәр бар.

Рәсәйҙән йәйге Олимпиада уйындарында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү маҡсатында “Рәсәйгә ышанабыҙ!” халыҡ хәрәкәте старт алды. Унда илдә йәшәгәндәр спортсыларға йылы теләктәрен еткерә, уларҙың яратҡан йырын башҡара, видеороликтар эшләй.

Ошо хәрәкәткә ярашлы, “Чемпиондарҙың 10 йыры” проекты старт алды. Флешмобта һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн спортсыларҙың береһе яратҡан йырҙы башҡарып, видеоны #РӘСӘЙГӘЫШАНАБЫҘ #ЧЕМПИОНДАРҘЫҢ10ЙЫРЫ хештегы менән социаль селтәргә ҡуйырға кәрәк. Иң шәп видеороликтарҙың авторҙары яратҡан спортсыларҙың автографы булған ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ буласаҡ.

Фото: Спорт министрлығы.

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Махсус сайт-карта булдырылды
Махсус сайт-карта булдырылды
Автор:
Читайте нас