

Әле бында балалар майҙансығы, тренажерҙар, ҡулдан эшләнгән әйберҙәр һатылған, парк буйлап гид менән экскурсияларға заказ ҡабул ителгән визит үҙәге бар. Парктың уртаһында күптән инде танылыу яулап өлгөргән үҙенсәлекле Ҡыҙыл шишмә сыға.
Был төбәкте киңерәк танытыу, туристарҙы күпләп ылыҡтырыу маҡсатында урындағы предприятие – “Голди-Кей” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте “Goldy glamp” глэмпингын асыу проектын тормошҡа ашырҙы. Әле паркта асыҡ һауалағы терассалары булған иркен ун сатыр ҡоролған, автомобилдәр туҡталҡаһы ҡоймаланған һәм тәүлек әйләнәһенә һаҡлана, ланч-бокстарҙа өс тапҡыр туҡланырға мөмкин, теләгәндәр гриль-усаҡта үҙҙәре ашарға бешерә, пати-тэнтта ҙур проекторҙа фильм ҡарай ала. Балалар өсөн уйын майҙансығы, батут бар, инвентарь прокаты ойошторолған. Ғөмүмән, гүзәл тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итеү өсөн бөтә шарттар булдырылған.
– Был проект Нуриман районына туристарҙы йәлеп итеүгә, шулай уҡ тотош республикала глэмпинг тип аталған яңы ял төрөн танытыуға йүнәлтелә, – тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Әхийәрова.
Фото: https://nuriman.bashkortostan.ru/presscenter/news/383398/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/127612