Мораҙым
+13 °С
Ясно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
29 Июля 2021, 03:00

Стәрлетамаҡта заманса оҫтаханалар асылды

Ябай һөнәрҙәргә иғтибарҙы арттырыу маҡсатында урта һәм юғары белем биреү учреждениеларында оҫтаханалар асыу дауам итә. “Мәғариф” милли проектының маҡсаты – бөтә илдә сифатлы белем биреүҙе тәьмин итеү. Бының өсөн һөнәри оҫталыҡ булыуы мөһим. Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжында ла яңы асылған заманса оҫтаханалар студенттарға тәжрибә тупларға, ғәмәли белем алырға мөмкинлек бирәсәк. 

Стәрлетамаҡта заманса оҫтаханалар асылдыСтәрлетамаҡта заманса оҫтаханалар асылды
Стәрлетамаҡта заманса оҫтаханалар асылды

Колледж базаһында эшләйәсәк оҫтаханалар Worldskills стандарттарына яуап бирә һәм унда иң заманса ҡорамалдар ҡуйылған.
  Быға тиклем колледжда “Мәктәпкәсә тәрбиә биреү”, “Махсус мәктәпкәсә тәрбиә биреү”, “Социаль эш”, “Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге” һәм “Башланғыс кластарҙа уҡытыу” компетенциялары буйынса биш оҫтахана уңышлы эшләп килә ине. Ә хәҙер иһә уларға тағы дүртәү өҫтәлде. Оҫтаханалар тантаналы шарттарҙа асылды. Сарала ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова, колледждың директоры Антонина Усевич, Мәскәүҙән һәм башҡа тарафтарҙан саҡырылған ҡунаҡтар, колледж уҡытыусылары, студенттар ҡатнашты.

  Был оҫтаханалар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Йәш профессионалдар” федераль проектына ярашлы, Рәсәй һәм Башҡортостан бюджетынан бүленгән грант аҡсаһын үҙләштереү иҫәбенә асылды. Әйткәндәй, һәр оҫтахананың, донъя талаптарына ярашлы, үҙенә генә хас фирма тамғаһы ла һәм махсус ҡорамалдары ла бар. Мәҫәлән, “фотоһүрәт” оҫтаханаһында фотоһүрәт төшөрөү йүнәлеше буйынса төрлө ҡорамалдар менән йыһазландырылған: ике фон, яҡтылыҡ ҡорамалдары, төрлө фото һәм видеотехника урынлаштырылған. Бында студенттар төрлө яҡтылыҡ, тауыш эффекттарын ҡулланып фотоһүрәт, видеоға төшөрөргә өйрәнә ала. “График дизайны” оҫтаханаһы ике бүлмәлә урынлашҡан. Уларҙа киң мониторлы заманса компьютерҙарҙы һәм график планшеттарын ҡулланып эшләү мөмкинлеге бар.
“Реклама” йүнәлеше буйынса асылған оҫтаханала компьютерҙар һәм айырым яҙыу өҫтәлдәре менән йыһазландырылған. Бында шәхсән һәм команда менән бергәләп эшләргә була.

4-се оҫтахана “Веб-дизайн” тип исемләнгән. Бында студенттар төрлө сайттар булдырырға, сайт өҫтөндә эшләргә өйрәнә. Шулай уҡ, бәйләнеш селтәре һәм мәғлүмәт системаһы оҫтаханаһында шөғөлләнгән студенттар беҙгә оптик сүстәрҙе иретеп күрһәтте. Оҫтахананың етәксеһе Иван Болотников әйтеүенсә, бындағы студенттар оптик сүстәр аша магистраль линиялар төҙөй, тап ошо оптик сүстәр беҙҙең өйҙәргә интернет килтерә икән. Кеше сәсенән дә нәҙегерәк булған сүстәрҙе егеттәр йәһәт кенә тоташтырып, таҙартып, йәбештереү аппаратына һалып ҡуйҙылар.

Мәғлүмәт-коммуникация технологиялары буйынса директор урынбаҫары Гүзәл Хәйретдинова белдереүенсә, һәр оҫтахана төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Бәйләнеш селтәре һәм мәғлүмәт системаһы оҫтаханаһында бәйләнеш селтәрҙәре буйынса даими рәүештә Бөтә Рәсәй һайлап алыу ярыштары уҙғарылып килә. Улар, һайлап алыуҙан һуң, милли чемпионаттың финалына эләгә. Колледж да әлеге конкурстан ситтә ҡалмай, тап ошондай оҫтаханалар уҡыу йортона үрҙәр яуларға ярҙам итә бит. Был оҫтахананың индустриаль партнерҙары ла бар, “Ростелеком” компанияһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләйҙәр. Һәр ваҡыт улар студенттар өсөн оҫталыҡ дәрестәрен дә үткәреп тора. Бындағы һәр ҡорамал, сығым материалдарының хаҡы яҡынса ярты миллион һумға барып баҫа.

– Заманса базала дәрестәр, һөнәри оҫталыҡ чемпионаттары, һөнәри йүнәлеш биреү саралары уҙғарыу, өҫтәмә белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу күҙаллана. Проект квалификациялы кадрҙар әҙерләргә, халыҡҡа белем биреү хеҙмәте күрһәтергә, эш биреүселәрҙең заказын үтәргә һәм колледждың ресурстарын республиканың һәм Рәсәй төбәктәренең башҡа белем биреү ойошмалары менән берлектә файҙаланырға булышлыҡ итәсәк, – тип һөйләп үтте пландары хаҡында белем усағы директоры.


Антонина Никифоровна әйтеүенсә, тәүгеләрҙән булып оҫтаханалар тап Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжында асылған. Был оҫтаханаларҙа шулай уҡ профессиональ белем биреү генә түгел, өҫтәмә профессиональ программалар (квалификацияны күтәреү һәм белемде арттырыу), балаларға һәм ололарға дөйөм белем биреү программалары буйынса дәрестәр ҙә уҙғарыласаҡ.
Йәштәр өсөн тырышҡан колледж коллективына киләсәктә лә заман менән бергә атлап, уҡыу йортон һәр саҡ алдынғылар сафында алып барыуҙарын, ә беҙҙәге оҫтаханаларҙың республикала ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә танылыу алыуын, уларҙан ысын оҫталар сығыуын теләп ҡалабыҙ!

Гөлкәй Ҡыуатова.
Автор фотоһы.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас