

Проекттың маҡсаты — предприятиеларҙы идара итеү һәм ойоштороу саралары ярҙамында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм барлыҡ процестарҙы оптималләштерергә өйрәтеү.
Илдең 45 төбәге араһында беҙҙең республика иң яҡшыһы тип танылды. Рейтингыла предприятиеларҙың һаҡсыл етештереү инструменттарын индереү һәм үҫтереү буйынса проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙан ҡәнәғәт ҡалыу ҙа иҫәпкә алына. Беҙ инде 51 етештереү ағымын оптималләштерҙек, уларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеге 5-тән 30 процентҡа ҡәҙәр артҡан, 1,4 меңдән артыҡ хезмәткәрҙе lean-инструменттары менән эшләргә өйрәттек. Милли проектта Башҡортостандың 113 предприятиеһы ҡатнаша.