

Ҡалала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә юл ремонтлау эштәре алып барылды.
Подрядсы ойошма Октябрь проспектынан Төҙөүселәр урамы буйлап Артем урамына тиклемге юлдарға асфальт түшәгәйне. Белгестәр юлға һәм тротуарға асфальт һалыуҙан тыш, юл ситтәрен рәткә килтереү, сүп-сарҙарҙы йыйыштырыу, ғөмүмән, ҡала халҡына яңы юлдарҙан йөрөү уңайлы һәм шатлыҡлы булһын өсөн барыһын да эшләү мөһим икәнлеген иҫкәртте.