Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
24 Июль 2021, 08:00

Яңы ял зонаһы булдырыла

Баҡалы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһына ярашлы, Баҡалы ауылының Көнбайыш биҫтәһендә халыҡҡа яңы ял зонаһы булдырыу йәһәтенән эш дауам итә. Проект күләмле, шуға ла ул бер нисә йылға иҫәпләнә.

Яңы ял зонаһы булдырыла
Яңы ял зонаһы булдырыла

Мәғлүм булыуынса, биҫтәлә эш былтыр төҙөлөш миҙгелендә башланғайны. Ул осорҙа кабель канализацияһы, ике километрҙан ашыу ергә бордюр һалынды, яҡтыртҡыстар өсөн бағаналар, ял өсөн эскәмйәләр ҡуйылды, юлға һәм саралар үткәреү өсөн тәғәйенләнгән үҙәк майҙанға асфальт түшәлде.

Быйыл иһә 71 яҡтыртҡыс ҡуйылды. Әле парк биләмәһен видеокүҙәтеү камералары менән йыһазландыралар. 2021 йылға билдәләнгән төп эш күләме тамамланып килә. Бәләкәй архитектур һындарҙы урынлаштырырға ҡалған.

Яңылыҡ сығанағы: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/125610

Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/125610

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

 

Яңы ял зонаһы булдырыла
Яңы ял зонаһы булдырыла
Автор:
Читайте нас: