

Бындай ҡулайламалар ярҙамында улар үҙҙәренә һанлы аудиокитаптар донъяһын асасаҡ.
Тифлофлешплеерҙар инвалидтарҙың йәшәйешендәге ҡайһы бер сикләүҙәрҙе юҡҡа сығарыу, уларға уҡырға, аралашырға, хеҙмәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә ярҙам итеү өсөн тәғәйенләнә. “Һөйләшә торған китаптар”ҙы уҡыу ҡулайламаһы үҙенә йәлеп итеп торған уңайлы дизайнға эйә, унда эшләүе бик еңел. Камиллаштырылған телмәр синтезаторы, асыҡ һәм аҡыллы телмәр яратҡан китаптарҙы рәхәтләнеп тыңлау мөмкинлеген бирә.
“Насар күргән граждандар киләсәктә һәр төрлө мәғлүмәт менән эшләй аласаҡ. Был улар өсөн, һис шикһеҙ, файҙалы буласаҡ”, – тине биләмә-ара үҙәк китапхана методисы Айрат Ильясов.
Фото: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)
Яңылыҡ сығанағы: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)