Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
24 Июль 2021, 08:00

Фельдшер-акушерлыҡ пункттары өс тапҡырға артты

Быйыл республикала 79 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм өс табип амбулаторияһы сафҡа индерелде. Был үткән йылдағынан өс тапҡырға күберәк тигән һүҙ. Улар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проектына ярашлы урынлаштырылды.

Фельдшер-акушерлыҡ пункттары өс тапҡырға артты
Фельдшер-акушерлыҡ пункттары өс тапҡырға артты

"Тәүге медицина-санитария ярҙамын үҫтереү халыҡ сәләмәтлеген яҡшыртыу һәм үлем күрһәткестәрен кәметеү өсөн төп нигеҙ булып тора, - тине һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова. - Республика ике меңдән ашыу ФАП-ты һаҡлап ҡала алды, үткән ике йылда улар яйлап яңыртылды, яңылары төҙөлдө. 900 меңдән ашыу ҡорамал алынды. Шул арҡала муниципаль-ара үҙәктәрҙең структураһы яҡшыртылды. Ауыл кешеләре травматология һәм офтальмология хеҙмәттәренән файҙалана ала. Юғары технологиялы медицина ярҙамы ла халыҡҡа яҡынайҙы".

Әле республикала 51 үҙәк район дауаханаһы (уларҙың составында - 27 участка дауаханаһы, 193 табип амбулаторияһы, 2 105 стационар ФАП һәм башҡа медицина  учреждениелары) халыҡҡа тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау, дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»

Автор:
Читайте нас: