Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
23 Июль 2021, 08:00

Крәҫтиән (фермер) хужалығы тоҡомло мал һатып алған

Дәүләкән районы Суйынсы ауылындағы Лилиә Ғабдрахманованың крәҫтиән (фермер) хужалығы герефорд тоҡомло 40 тана һатып алған.

Крәҫтиән (фермер) хужалығы тоҡомло мал һатып алған
Крәҫтиән (фермер) хужалығы тоҡомло мал һатып алған

Дәүләкән районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, район аграрийҙары төрлө проекттарҙа, грант ярҙамы конкурстарында әүҙем ҡатнаша.

Мәҫәлән, күптән түгел генә Суйынсы ауылындағы Лилиә Ғабдрахманованың крәҫтиән (фермер) хужалығы герефорд тоҡомло 40 тана һатып алған. Эшҡыуарҙың тап ошо тоҡомло малды һайлауы осраҡлы түгел. Уны ҡарау, хәстәрләү әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай, ә бына ите юғары сифатлы. Йүнселгә хужалығын ишәйтергә, тоҡомло мал алырға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Агростартап” программаһы ярҙам иткән.

Әйткәндәй, 2019 – 2020 йылдарҙа районда алты фермер, конкурстан үтеп, ошондай уҡ грант алған. Аҡсаны улар хужалыҡты үҫтереүгә йүнәлткән: 140 баш һыйыр, 20 башҡорт аты, ауыл хужалығы техникаһы һатып алған, һәм иң мөһиме – яңы эш урындары булдырған.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/125866

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/125866

Автор:
Читайте нас: