Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
23 Июль 2021, 08:00

Башҡортостан продукты” проектына ингән

“Башкирское луговое” бренды аҫтында сыҡҡан “Агромол” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте аҙыҡ-түлектәре “Башҡортостан продукты” проектына ингән.

Башҡортостан продукты” проектына ингән
Башҡортостан продукты” проектына ингән

“Башкирское луговое” бренды аҫтында сыҡҡан “Агромол” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте аҙыҡ-түлектәре “Башҡортостан продукты” проектына ингән.

Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев проект дипломын  завод директорына Ҡалтасы районына эш сәфәре ваҡытында тапшырҙы. Ведомство етәксеһе проектта ҡатнашыуҙың ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшергә ярҙам итәсәге хаҡында әйтте.

- “Башҡортостан продукты” – тәьминәт географияһын киңәйтергә, продукцияның сауҙа күләмен арттырырға, урында етештерелгән тауарҙарға һатып алыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын булдырырға ярҙам иткән сара, - тип белдерҙе Алексей Гусев.

“Агромол” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте – республиканың төньяҡ-көнбайышында һөт аҙыҡ-түлектәрен етештереүселәрҙең береһе.

Элек эшләмәгән предприятие нигеҙендә “Агромол” йәмғиәте, үҙ финанс ресурстарына таянып, киләсәге булған эшкәртеү предприятиеһын ойоштора алған. Шулай итеп, ул Ҡалтасы районындағы һәм эргә-тирәләге предприятиеларға этәргес көскә әйләнгән.

- Башта барлыҡ етештереү цехтарын яңырттыҡ, заманса ҡорамалдар һатып алдыҡ һәм 2016 йылдың майынан һөт етештереүҙе яйға һалдыҡ. Аҙна һайын предприятие тарафынан 10 тоннаға яҡын һөт эшкәртелә, - тип белдергән предприятиеның генераль директоры Вадим Фрасинюк.

“Агромол” йәмғиәтендә һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡ, май етештереп һаталар. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Аграр сәнәғәт комплексы үҫеше” милли проекты бурыстарын да тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

Фото: Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы.

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас: