Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
22 Июль 2021, 08:00

“Йәйләү-2021” үҙ эшен башланы

Мәрйәм Бураҡаеваның авторлыҡ программаһы буйынса балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға ҡоролған лагерь икенсе йыл онлайн форматта үтә.

“Йәйләү-2021” үҙ эшен башланы
“Йәйләү-2021” үҙ эшен башланы

Мәрйәм Бураҡаеваның авторлыҡ программаһы буйынса балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға ҡоролған лагерь икенсе йыл онлайн форматта үтә.

Смена етәксеһе Инсаф Йәмилев белдәләүенсә, быйыл да  “Йәйләү”ҙә Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә айырым иғтибар бүленәсәк.  Балалар менән онлайн осрашыуға билдәле сәхнә йондоҙҙарының, халыҡ ансамблдәре солистарының, виртуоз ҡумыҙсыларҙың, ҡурайсыларҙың килеүе көтөлә. Халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫына, рухи ҡиммәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында программала онлайн-дәрестәр, онлайн-оҫталыҡ кластары ҡаралған. Балалар милли музыка ҡоралдарында уйнарға, башҡорт бейеүҙәрен башҡарырға, халҡыбыҙ кейемдәре элементтарын эшләргә, милли ризыҡтарыбыҙҙы әҙерләргә өйрәнәсәк.

“Йәйләү” профилле лагеры Президент Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторола.

Лагерға бәйле мәғлүмәттәрҙе https://vk.com/yaylau2021 һылтанмаһы буйынса “Йәйләү”ҙең “Бәйләнештә”ге төркөмөнән табырға мөмкин.

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан ҡыҙы»

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас: