Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
22 Июль 2021, 08:00

Башҡортостан уҡсылары – иң яҡшылар иҫәбендә

10 – 15 июлдә Краснодар ҡалаһында уҡ атыу буйынса V Рәсәй йәштәр спартакиадаһының финалы үтә. Ярышта илдең 33 төбәгенән 155 спортсы ҡатнаша.

Башҡортостан уҡсылары – иң яҡшылар иҫәбендә
Башҡортостан уҡсылары – иң яҡшылар иҫәбендә

Финал ярыштарында Өфөнән, Салауаттан, Мәләүездән һигеҙ спортсы ҡатнашты.

Классик уҡ атыуҙа Өфөнән Станислав Черемискин, үҙен ҡатнашыусылар араһында иң мәргән уҡсы итеп күрһәтеп, алтын миҙал яуланы. Уның тренеры – Валентин Кошарин.

Станислав Черемискин, Марат Хәмиҙуллин, Ярослав Кальяновтан торған Башҡортостан йәштәр командаһы классик уҡ атыуҙа икенсе урын яуланы, тип хәбәр итә БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

V Рәсәй йәштәр спартакиадаһы “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проекты сиктәрендә үткәрелә.

Фото – БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан ҡыҙы»

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас: