Мораҙым
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
21 Июль 2021, 08:00

Һанлы рентген диагностика комплексы алынды

Бишбүләк үҙәк район дауаханаһында һанлы рентген диагностика комплексы эшләй башланы. 

Һанлы рентген диагностика комплексы алынды
Һанлы рентген диагностика комплексы алынды

Дауаханаларҙа ҡорамалдарҙы яңыртыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы башҡарыла.

Был комплекс стандарт тикшеренеүҙәр өсөн булдырылған.  Хаҡы – 11,5 миллион һум.  Ул һанлы диагностик һүрәттәр алыу ғына түгел, ә ошо мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү һәм артабан һаҡлап ҡалыу, тапшырыу мөмкинлеген дә бирә. Ҡорамалда тәүге 12 пациент тикшереү үтте лә инде.

“Рентген комплексы күп кенә йәшертен сирҙәрҙе асыҡлауҙа төп ролде уйнай, уның ярҙамында эске органдарҙың формаһын, ятышын һәм тонусын баһаларға мөмкин, юғары технологиялы рентген комплексы теләһә ниндәй диагностика өсөн дә тиҙ һәм аныҡ эшләргә форсат бирә, ул һәр клиника өсөн дә отошло әйбер”, – ти медицина ойошмаһының баш табибы Андриян Павлов.

Был комплекс  – инфекция, яман шеш һәм имгәнеү сирҙәрен алдан асыҡлау өсөн алыштырғыһыҙ ҡорамал, ти белгестәр.

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас: