Мораҙым
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
20 Июль 2021, 08:00

Өфөлә 17 ихата биләмәһе төҙөкләндерелә

“Башинформ” агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, “Башҡортостан ихаталары” ихата биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереүҙең республика программаһы буйынса быйыл Өфөлә күп фатирлы 78 йортто берләштергән 17 ихата ремонтлана.

Өфөлә 17 ихата биләмәһе төҙөкләндерелә
Өфөлә 17 ихата биләмәһе төҙөкләндерелә

“Башинформ” агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, “Башҡортостан ихаталары” ихата биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереүҙең республика программаһы буйынса быйыл Өфөлә күп фатирлы 78 йортто берләштергән 17 ихата ремонтлана.

Бөтә проекттар күп фатирлы йорттарҙа йәшәгәндәр менән яраштырылған, финанслау күләменә һәм техник мөмкинлеккә ҡарап, уларҙың фекере иҫәпкә алынған. Әле баш ҡалалағы бөтә объекттарҙа ла эш әүҙем бара.

Мәғлүм булыуынса, ихата биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү программаһы алты йылға (2019 – 2024) иҫәпләнә һәм ихаталарҙа уңайлы, асыҡ мөхит булдырыуға, граждандарҙың тормошо өсөн ыңғай шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелә. Уны тормошҡа ашырыу барышында юлдар киңәйтелә, тротуарҙар, йәйәүлеләр юлы төҙөкләндерелә, балалар, спорт майҙансыҡтары булдырыла, йәшелләндереү эштәре башҡарыла, ял зоналары барлыҡҡа килә, яҡтыртҡыстар, видеокүҙәтеү ҡулайламалары ҡуйыла.

“Башҡортостан ихаталары” программаһы республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: bashinform.ru/news

Сығанаҡ: bashinform.ru/news

Автор:
Читайте нас: