Мораҙым
+25 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
18 Июля 2021, 03:00

Стәрлетамаҡтың ике урамында асфальт түшәлә

Башҡортостанда автомобиль юлдарын ремонтлау миҙгеленең иң ҡыҙған мәле, тимәк, яҡын арала уларҙың хәле күпкә яҡшырырға тейеш, тип белдерҙеләр транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.

Стәрлетамаҡтың ике урамында асфальт түшәләСтәрлетамаҡтың ике урамында асфальт түшәлә
Стәрлетамаҡтың ике урамында асфальт түшәлә

Башҡортостанда автомобиль юлдарын ремонтлау миҙгеленең иң ҡыҙған мәле, тимәк, яҡын арала уларҙың хәле күпкә яҡшырырға тейеш, тип белдерҙеләр транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.

БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың 1 ғинуарына төбәктең 62 процент юлдары ғына дөйөм нормативтарға тура килә икән һәм уларҙың дөйөм оҙонлоғо яҡынса 30 мең километр тәшкил итә.
 
Башстат мәғлүмәттәре буйынса, ҡайһы бер райондарҙағы юлдар тейешле нормативтарға бөтөнләй тура килмәүе асыҡланған. Мәҫәлән, Күгәрсен районындағы юлдарҙың 86 проценты тейешле нормативтарға тура килмәй. Шулай уҡ, белгестәр тикшереүенсә, юлдарҙағы иң күп соҡорҙар Өфө һәм Нефтекамала икән.

 Ағымдағы йылда юлдарҙағы ремонт эштәре өсөн барыһы 7,5 млрд һум тотоноласаҡ. Күбеһенсә Стәрлетамаҡ, Өфө, Благовещен һәм Бөрө ҡалаларындағы юлдар ремонтлана. Ҡалала әлеге ваҡытта Өфө трактында һәм Карл Маркс урамында юлды ремонтлау эштәре бара. Беҙ булып үткән Карл Маркс урамында, мәҫәлән, Ноғоманов урамынан Богдан Хмельницкий урамына тиклем 1200 метр аралыҡта яңы асфальт түшәлә, бордюрҙар алыштырыла. Ремонт “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә атҡарыла. Был участкала эшләгән төркөм бригадиры Венер Мәрҙәнов әйтеүенсә, эш август аҙағына тамамланырға тейеш.
– Гоголь, Суханов урамдарында, Октябрь проспектында юл һалдыҡ, хәҙер бында асфальт түшәйбеҙ, егеттәр тырыша, үҙебеҙҙең ҡала бит – эште еренә еткереп башҡарабыҙ, – тип һөйләп китте юлсы.

Әйткәндәй, быйыл Стәрлетамаҡта йыл башынан (яҙҙан алып) ҡаланың байтаҡ өлөшөндә юлдар яңырҙы, төп урамдарҙа ғына түгел, ҡала ситендәге юлдарҙа ла асфальт түшәлде. Улай ғына ла түгел, эштәр хатта алдан тамамланып килә. Бындай тиҙлек менән был тиклем күләмдә ҡалала юлдар күптән ремонтланғаны юҡ ине.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас