Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
16 Июль 2021, 08:00

Туймазы ҡалаһындағы майҙанда төҙөлөш дауам итә

Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Туймазы ҡалаһындағы майҙанда төҙөлөш дауам итә.

Туймазы ҡалаһындағы майҙанда төҙөлөш дауам итә
Туймазы ҡалаһындағы майҙанда төҙөлөш дауам итә

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы унда 600 квадрат метрлыҡ майҙанды үҙ эсенә алған ғәйәт ҙур фонтан эшләйҙәр. Төҙөкләндереү бүлеге  начальнигы Ирек Шакиров әйтеүенсә, фонтандың табағын урында йыялар, һуңынан гранит плитә менән йөҙләйҙәр.

– Үҙенсәлекле фонтан эшләйбеҙ, – тине ул. – Һыу 14 бөркөүестән сығып, улаҡтан резервуарға ағып төшәсәк.

Тупраҡты нығытып, ҡоролманың тотороҡлолоғон тәьмин итеү өсөн уның аҫтына бырау ярҙамында 152 свай ҡатылды. Әле фонтанға һыуҙы өҙлөкһөҙ биреү өсөн һыу бүлгес төҙөлә.

Шулай уҡ майҙанға брусчатка түшәү, йәйәүлеләргә ағастан һуҡмаҡ һалыу, сауҙа павильондары булдырыу, 38 яҡтыртҡыс ҡуйыу күҙаллана. Йәшелләндереү эштәре лә ҡаралған. Подрядсы тротуар плитәләрен килтергән дә инде. Ер эше тамамланыу менән уны түшәүгә тотоналар.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/123199

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/123199

Автор:
Читайте нас: