Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
15 Июль 2021, 08:00

Яңы техника сафҡа инде

Махсус техника Баймаҡ ҡалаһын һәм райондың 92 ауылын хеҙмәтләндерәсәк.

Махсус техника Баймаҡ ҡалаһын һәм райондың 92 ауылын хеҙмәтләндерәсәк.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ошо көндәрҙә “Эко-Сити” ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторы өр-яңы ете сүп-сар ташығысты файҙаланыуға индерҙе. Төбәк операторының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, махсус техника Баймаҡ ҡалаһын һәм райондың 92 ауылын хеҙмәтләндерәсәк.
– Һуңғы ваҡытта ҡалалағы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең матди-техник базаһы әүҙем яңыртыла. Көндәлек эшебеҙ баймаҡтар һәм район ҡунаҡтары өсөн уңайлы ҡала мөхите булдырыуға йүнәлтелә. Яңы техника предприятиеға ихаталарҙан сүп-сарҙы ситкә ташыу сифатын тағы ла яҡшырта төшөр, тип ышанам, – тине Баймаҡ ҡалаһы башлығы Радмир Иҫәнбаев.
“Эко-Сити”ҙың Баймаҡ районы буйынса территориаль вәкиле Артур Дәүләтшин әйтеүенсә, яңы техника әүәлгеләренән ярайһы уҡ айырыла. Улар юғары етештереүсәнле, экологик үҙенсәлектәре лә яҡшыраҡ, атмосфера һауаһына зарарлы матдәләрҙе лә аҙыраҡ сығара.
Яңы машиналар “Эко-Сити” төбәк операторына халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәт сифатын яҡшыртыуға, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын булдырыу” федераль проектын һөҙөмтәлерәк тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк.
Фото: https://ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/380924/
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: