Мораҙым
+31 °С
Ясно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
14 Июля 2021, 03:00

Грантҡа 100 миллион һум бүленә

Кисә БР Ауыл хужалығы министрлығында ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының матди-техник базаһын үҫтереүгә гранттар биреү буйынса конкурста ҡатнашыуға документтар йыйыу башланды. Быйыл был маҡсатҡа 100 миллион һум аҡса бүленә.

Кисә БР Ауыл хужалығы министрлығында ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының матди-техник базаһын үҫтереүгә гранттар биреү буйынса конкурста ҡатнашыуға документтар йыйыу башланды.
Быйыл был маҡсатҡа 100 миллион һум аҡса бүленә.
Бөгөн республикала 350-нән ашыу ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы иҫәпләнә. Күптәрҙең эше яйға һалынған, артабан грант ярҙамында үҫешеүгә ниәтләйҙәр, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Конкурсҡа ғаризалар 12 – 25 июлдә эш көндәрендә 450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106 адресы буйынса ҡабул ителә. Телефондар: 8 (347) 218-05-26, 218-05-29.
Грант алыу хаҡында мәғлүмәттәрҙе ошо һылтанма буйынса табырға мөмкин: https://agriculture.bashkortostan.ru/documents/active/357779/.
Фото – БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡ сығанағы: "Башҡортостан ҡыҙы"
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас