Мораҙым
+20 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
13 Июля 2021, 03:00

Дүртөйлө ҡалаһында балалар баҡсаһы асыла

Әле бөтә төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланған, хеҙмәткәрҙәр йыйыла. Балалар баҡсаһы бәләкәстәрҙе сентябрҙә ҡабул итәсәк.

Әле бөтә төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланған, хеҙмәткәрҙәр йыйыла. Балалар баҡсаһы бәләкәстәрҙе сентябрҙә ҡабул итәсәк.

Балалар баҡсаһы “Демография” милли проекты сиктәрендә һалынды. Дәүләт заказсыһы булып БР капиталь төҙөлөш идаралығы тора. Объектты “Өфө Газ Компанияһы” төҙөнө, тип белдерә БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте. Төҙөлөш-монтаж эштәренең дөйөм суммаһы 180 миллион һумға барып баҫҡан.
Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн учреждение 12 төркөмгә иҫәпләнгән.
Балалар баҡсаһы яңы микрорайонда төҙөлгән. Бында башлыса йәш ғаиләләр фатир ала.
Фото – БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан ҡыҙы»
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас