Мораҙым
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
11 Июль 2021, 08:00

БАШҠОРТОСТАНДА БУШЛАЙ ӨҪТӘМӘ БЕЛЕМ АЛЫРҒА БУЛА

Ағымдағы йылда Башҡортостанда мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә торған 50 йәштән ололар, декрет ялында булған йәки мәктәпкәсә йәштәге балалар тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар эшкә урынлашыу өсөн бушлай өҫтәмә белем ала аласаҡ. Был мөмкинлек ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Демография” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған Worldskills программаһы буйынса булдырылды.

Ағымдағы йылда Башҡортостанда мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә торған 50 йәштән ололар, декрет ялында булған йәки мәктәпкәсә йәштәге балалар тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар эшкә урынлашыу өсөн бушлай өҫтәмә белем ала аласаҡ.
Был мөмкинлек ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Демография” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған Worldskills программаһы буйынса булдырылды.
Әлеге ваҡытта 170 төрлө йүнәлеш буйынса уҡырға мөмкин, уларҙың күбеһе – эшсе һөнәрҙәр. Уҡыуҙар көндөҙгө, ситтән тороп һәм дистанциялы алымдарҙа ойошторола.
“Башҡортостан Республикаһының йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге программаның федераль операторы булған Һөнәри оҫталыҡ үҫеше агентлығы (Ворлдскиллс Рәсәй) стандарттары буйынса эшләй. Улар 160 төрлө һөнәри йүнәлеш буйынса 600-ҙән ашыу ҡыҫҡа ваҡытлы белем биреү программаларына эйә.
Ворлдскиллс программаларының төп үҙенсәлеге – уларҙың ғәмәли йүнәлешле булыуында. Белем алыу процесының 70 проценты заманса ҡорамалдар ярҙамында ғәмәли тәжрибә туплауға йүнәлтелә. Был эшкә сертификацияға эйә белгестәр – Ворлдскиллс эксперттары йәлеп ителә.
Уҡыу ваҡыты, һайлаған белем биреү программаһына ҡарап, өс айға тиклем дауам итеүе ихтимал. 38 йүнәлеш буйынса дистанциялы алымда уҡырға мөмкин. Уҡытыу республика биләмәһендәге 68 майҙансыҡта – колледждарҙа, юғары уҡыу йорттарында, уҡыу үҙәктәрендә алып барыла, уларҙың барыһы ла алдан һайлап алыу процесында ҡатнашты.
Курстар аҙағында имтихандар тапшырыла, унда башлыса ғәмәли оҫталыҡ баһалана. Программалар буйынса уҡыусылар квалификация тураһында документтан тыш, компетенциялар паспорты (скиллс-паспорт) ала.
Программала ҡатнашып, бушлай яңы һөнәр алыу йәки квалификацияны күтәреү өсөн ғариза биреп, «Работа в России» (trudvsem.ru) порталында махсус форманы тултырырға кәрәк.
Республика иҡтисады өсөн кәрәкле кадрҙар ихтыяжын асыҡлау маҡсатында БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм мәшғүллек үҙәктәре тарафынан был программаға эш биреүселәр ҙә йәлеп ителә.
Рәсәй Хөкүмәтенең 2021 йылдың 13 мартындағы 369-сы ҡарарына ярашлы, йыл һайын ил буйынса “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проекты сиктәрендә кәм тигәндә 115 мең кешене һөнәри уҡытыу һәм өҫтәмә белем биреүгә йәлем итеү күҙаллана.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: