– Объект 2019 йылдың авгусында төҙөлә башлай. Ул барлыҡ талаптарға һәм нормативтарға ярашлы проектланған. Бында12 төркөм эшләйәсәк. Һәр береһендә санузел, йоҡо бүлмәһе бар. Аҙыҡ-түлек блогы, музыка, физкультура залдары, медицина кабинеты, пассажир лифты, йөк күтәргес тә ҡаралған. Бинаның эсен-тышын эшләгәндә ныҡлы һәм экологик материалдар файҙаланылған, – тине Өфө газ компанияһының бүлек начальнигы Илдар Сөләймәнов.
– Баҡса яңы биҫтәнән 220 баланы ҡабул итәсәк. Бында сабыйҙар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған: уйын, психолог, логопед бүлмәләре бар. Яңы баҡса асылыу менән мәктәпкәсә учреждениеларҙа урындаға ҡытлыҡ бөтәсәк, өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Әле кадрҙар туплайбыҙ, – тине яңы балалар баҡсаһы мөдире Изольда Апкадырова.