Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
9 Июль 2021, 08:00

Баҡалы дауаханаһы яңы аппарат алды

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының Һаулыҡ һаҡлауҙың түбәнге звеноһын яңыртыу төбәк программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында Баҡалы үҙәк район дауаханаһында үпкә флюорографияһы өсөн рентген аппараты файҙаланыла башланы.

“Үпкә рентгены флюорографияның сифатлы альтернативаһын тәшкил итә. Флюорографияның кешегә радиация йоғонтоһо аҙыраҡ, шул уҡ ваҡытта тура проекцияла үпкә рентгены менән сағыштырғанда уның мөмкинлектәре лә түбәнерәк, – ти дауахананың баш табибы Илдар Гәрәев. – Рентген – үткә ауырыуына шик тыуғанда, ә флюорография профилактика маҡсатында билдәләнә”.
Әйткәндәй, быйыл федераль ҡаҙна аҡсаһына нур терапияһы өсөн 370 миллион һумдан ашыуға 44 берәмек ҡорамал һатып алынған. Һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу төбәк программаһының төп маҡсаты – уңайлы шарттарҙа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән республикалағы бәләкәй һәм төпкөл ауылдар халҡына.
Фото: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/380075/
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: