Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
8 Июль 2021, 08:00

Дауахана матди базаһын нығыта

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына һәм тармаҡтың тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, Асҡын үҙәк район дауаханаһы матди-техник базаһын нығытыуҙы дауам итә.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына һәм тармаҡтың тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, Асҡын үҙәк район дауаханаһы матди-техник базаһын нығытыуҙы дауам итә.
– Район халҡын сифатлы медицина хеҙмәтләндереүе өсөн дауаханаға заманса һанлы флюорография аппараты алынды. Уның иң ҙур өҫтөнлөгө – яҡшы, аныҡ һүрәтләнешле рәсемдәр алыуҙа һәм пациентҡа нурланыштың тәьҫире аҙ булыуында. Медицина хеҙмәткәрҙәренә радиация көсөргәнеше лә кәмене, - ти дауахананың баш табибы Артур Ғәлиуллин. - Ҡорамалды урынлаштырыу өсөн поликлиника кабинетында капиталь ремонт яһалды.
Аппарат халыҡҡа туберкулез, онкология һәм башҡа тын алыу сирҙәрен асыҡлау өсөн рентгенологик тикшеренеүҙәр үткәреүҙә файҙаланыласаҡ.Заманса флюорограф һәр кемдең медицина хеҙмәтенән файҙаланыу мөмкинлеген арттырасаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: