Мораҙым
+22 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
8 Июля 2021, 03:00

Һаулыҡ – ҙур байлыҡ

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” профилактик акцияһы сиктәрендә Башҡортостанда 35 меңдән ашыу кеше медицина тикшереүе үткән.

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” профилактик акцияһы сиктәрендә Башҡортостанда 35 меңдән ашыу кеше медицина тикшереүе үткән.
Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
Акция быйыл өсөнсөгә уҙа. Ул 19 апрелдә башланып, 8 октябргә тиклем дауам итә. Маҡсаты – халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙе һәм диагностика үткәреүҙе арттырыу. Акцияла 25 машина, 158 медицина хеҙмәткәре эшләй.
Фото – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан ҡыҙы»
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас