Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
7 Июль 2021, 08:00

Тегергә өйрәтәләр, эш бирәләр

Көньяҡ-көнсығыш мәшғүллек үҙәгенең Ишембай районы буйынса филиалы тегеү ҡоролмалары операторы һөнәренә уҡыуҙар ойоштора.

Көньяҡ-көнсығыш мәшғүллек үҙәгенең Ишембай районы буйынса филиалы тегеү ҡоролмалары операторы һөнәренә уҡыуҙар ойоштора.
Тәүге төркөм 5 июлдә уҡый башлай.
Уҡыу 8 аҙна дауам итә. Артабан Учалы ҡалаһында 7 көн практика үтелә. Юл хаҡы, йәшәү, төшкө аш – уҡыу йорто иҫәбенә.
Белем алыусылар менән өс яҡлы килешеү төҙөлә. Уның нигеҙендә “Аркада” ойошмаһы уҡыуҙан һуң хеҙмәт килешеүе төҙөй. Заманса фабрикалар Ишембай ҡалаһында урынлашҡан. Башҡа ерҙә йәшәүселәргә компания эште вахта ысулы менән дә ойоштора, йәшәргә урын да тәҡдим итә, тип белдерә Ишембай районы хакимиәтенең милли проекттар һәм программалар менән етәкселек итеү бүлеге.
Белем алыу “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ” федераль проекты сиктәрендә үтә. Уҡыуҙа “Дәүләт хеҙмәттәре” аша “Рәсәйҙә эш” порталында теркәлгән эш эҙләгән граждандар, декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙар, 50 йәштән өлкән пенсия алдындағылар ҡатнаша ала.
Фото – Ишембай районы хакимиәтенең милли проекттар һәм программалар менән етәкселек итеү бүлеге.
Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан ҡыҙы»
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: