Мораҙым
+11 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
6 Июля 2021, 17:21

Йүнселдәргә ярҙамға

Күмертауҙа 12 яңы стационар булмаған сауҙа объекты барлыҡҡа килә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күмертауҙа 12 яңы стационар булмаған сауҙа объекты барлыҡҡа килә.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә йүнселдәргә комплекслы ярҙам күрһәтелә.
Ҡала хакимиәте конференц-залында стационар булмаған сауҙа объекттары урынлашгтырыуға хоҡуҡ биреү буйынса конкурс комиссияһы ултырышы үтте.
Конкурс комиссияһы 12 стационар булмаған сауҙа объекты урынлаштырыу өсөн 10 документ йыйылмаһын ҡараны. Һөҙөмтәлә 9 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты стационар булмаған сауҙа объекттары урынлаштырыуға еңеүсе тип билдәләнде. Бер эшҡыуарҙың документтары теүәл булманы, тип хәбәр итә Күмертау ҡала хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ һәм ҡулланыусылар баҙары бүлеге.
Фото – Күмертау ҡала хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ һәм ҡулланыусылар баҙары бүлеге.
Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан ҡыҙы»
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас